Вход

Регистрация
Главная
 
Уҡытыусы Фазулова Гөлнараның шәхси сайты 
Төп мәғлүмәти бүлек
Электрон уҡытыу
Дистанцион белем биреү
Һәләтле балалар менән эш
Электрон китапхана
Форма входа

 

Фазулова
 Гөлнара Әлзәм ҡыҙы
05. 01. 1978
 Белемем:
 - БирГПИ в 1999 г. факультет «Педагогика и методика начального образования».
 - БирСГПА в 2012г. филологический факультет  «Учитель башкирского языка» 
Эш урыным: 
Башҡортостан республикаһы Борай районы муниципаль районы дөйөм урта белем биреү бюджет
учреждениеһы "Борай ауылы 1-се дөйөм урта белем биреү мәктәбе”. Адрес: 452960, РБ, МР Борай районы, Пионерҙар урамы,5.
Педагогик стаж: 16 йыл. 
Аттестацион категориям:  юғары
 
 
 
 
 

 АЛДЫМА ҠУЙҒАН МАҠСАТТАР,
 УЛАРҒА ИРЕШЕҮ ЮЛДАРЫ
         Хәҙерге ваҡытта йәмғиәт тормошондағы үҙгәрештәр уҡытыу – тәрбиә процесын үҙгәртеп ҡороу ихтыяжын тыуҙырҙы. Бындай эштең нигеҙендә уҡытыусының үҙ эшен камилләштерә, һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләй белеүе, ниндәй принциптарға таянып эш итеүе ята. Мин үҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа түбәндәге педагогик принциптарға таянып эш итәм:
 - фәнилек
(Тел дәресендә бирелгән грамматик фактар фәни яҡтан дөрөҫ аңлатылырға тейеш).Тел фактарын боҙоу, артыҡ ябайлаштырып уҡытыу йәки артыҡ ҡатмарландырыу ярамай.
 -  системалыҡ
(Тел материалын системалы үҙләштереүҙе күҙ уңында тота. Хәҙерге мәктәп курсы түбәндәге системаға ҡоролған: фонетика, лексика, һүҙъяһалыш, морфология , синтаксис, стилистика.Һәр бер бүлек үҙе айырым системаға ҡоролған. Синтаксис бүлеге үҙе һүҙбәйләнеш , ябай һөйләм,ҡушма һөйләм,ҡатмарлы конструкциялар бүлексәләренән тора.)
 - уҡыу – уҡытыу һәм тәрбиәнең берҙәмлеге
(Әҙәбиәт методикаһында иң мөһимдәрҙән һанала. Уҡытыу айырым ҡараштар, шәхси сифаттар, идеалдар аша тәрбиә бирә. Әҫәрҙе аңлап, анализлап, кисерергә өйрәтә.)
- аңлы үҙләштереү (Тел фактарын боҙмайынса, ҡағиҙәләрҙе аңлап, миҫалдар ярҙамында аңлата алырлыҡ кимәлдә үҙләштереүҙе күҙ уңында тота.)
- теорияны практика менән бәйләү
(алынған теоретик белемде ғәмәли ҡулланыуҙы иҫкәртә.)
- күсемлелек һәм перспективалы өйрәтеү
(Дәрестәге материалды үтелгәндә иҫкә төшөрөп,уға таянып аңлатыла. Класс үҫкән һайын, үтелгәндәргә яңынан әйләнеп ҡайтып, тағы ла тәрәнерәк байытылып еткерелә. Үтелгән материал алдағы дәрестәрҙә үтеләсәк темаларға ныҡлы нигеҙ булып торорға тейеш.)
       Тормош юлымда, эшләү дәүерендә алдыма ҡуйылған маҡсаттар түбәндәгенән ғибәрәт: туған телен, илен һөйгән, милли үҙаңы үҫешкән, тәрән белемле һәм һәр яҡтан камил шәхестәр тәрбиәләү.
 
             Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн үҙ алдыма түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙым:
 - теоретик белем биреү
- уҡыусыларҙы үҙ фекерҙәрен туған телдә асыҡ, дөрөҫ итеп әйтә белергә өйрәтеү
 -  милли йөкмәткеле әхлаҡи һәм эстетик тәрбиә биреү
- һөйләм мәҙәниәтен үҫтереү
 - телмәрҙәрен үҫтереү
- танып – белеү активлығын үҫтереү
- һүҙ байлығын тәрәнәйтеү 
-  тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу
 
              Шул уҡ ваҡытта ошо йүнәлештәр буйынса эш итәм
- фән буйынса түңәрәктәр ойоштороу 
- уҡытыу процесын дифференциалләштереү(уҡыусыларҙың белем кимәленә ҡарап вариантлап эш төрҙәре, өй эшен биреү) 
- яңы ысул һәм алымдар ҡулланыу 
- төрлө технологияларҙы ижади ҡулланыу(информацион – коммуникатив технологиялар ҡулланыу,проблемалы уҡытыу, халыҡ педагогикаһына таянып уҡытыу) 
- төрлө техник саралар , күргәҙмә материалдар ҡулланыу 
- төрлө саралар үткәреү юлы менән телгә, әҙәбиәткә ынтылыш тәрбиәләү, һәләттәрен асыҡлау, артабан үҫтереү 
- уҡыусыларҙа айырым шәхесте күрә белеү
- халҡыбыҙҙың ғөрөф – ғәҙәттәрен өйрәнеү Уҡыусы балалар төрлө яҡлап әҙерлекле, һәләтле, ҡыҙыҡлы шәхес булған уҡытыусыларға тартылалар.
 
          Уҡытыусыларҙың теория һәм эшсәнлек яғынан ныҡлы әҙерлекле , киң мәғлүмәтле һәм юғары мәҙәниәтле булыуына ихтыяж артты. Ошоно хәтеремдә тотоп һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәклеген аңланым һәм артабанғы һөнәри үҫеш тармаҡтарын үҙем өсөн билдәләнем:
 
- фән буйынса белем арттырыу, камиллаштырыу
- яңы сыҡҡан ысул, технология, алымдарҙы өйрәнеү, эш ғәмәленә индереү 
- фәни, методик ҡулланмаларҙы, мәҡәләләрҙе өйрәнеү 
- психологик, педагогик белемде күтәреү өҫтөндә эшләү 
- алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү, туплау, ҡулланыу 
- һәр ваҡыт ижади эшләү 
- һәр дәрескә етди әҙерләнеү 
- квалификацион категорияны күтәреү
           Мин үҙем уҡытыу процесында бер айырым методиканы түгел, ә төрлө методикалағы алымдарҙы, ысулдарҙы ҡулланыуҙы ҡулай күрәм.
          Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа мин отошло тип һанаған технология – проблемалы уҡытыу. Уҡытыусы етәкселегендә проблемалы ситуация булдырылып , уҡыусылар тарафынан уны сисеүе. Проблемалы уҡытыу технологияһын ғәмәлгә ашырыу өсөн иң киҫкен мәсьәләләр һайлап алына, проблеманы хәл итеү моделе төҙөлә, уҡытыусының оҫталығынан уҡыусының активлығы тора. Проблемалы ситуация уҡыусыны әүҙемләштереүсе эш-биремдәр , һорауҙар ярҙамында тыуҙырыла. Уҡытыусы уҡыусыларҙы ҡаршылыҡлы күренеш менән таныштыра, уны сисеү юлдарын табырға тәҡдим итә. Бер үк күренеште төрлөсә хәл итеү юлдары билдәләнә, ярҙамсы һорауҙар ҡуйыла. Проблеманы сисеү барышында уҡыусылар яңы белем үҙләштерәләр, мәғлүмәт алалар. Уҡыусылар үҙ көстәре менән, үҙ хеҙмәте менән яулаған уңыштарға айырыуса шат. Һәм бындай юл менән алынған белем хәтерҙәрендә лә оҙағыраҡ һаҡланалыр, тип уйлайым. Дәрес тә ҡыҙығыраҡ, йәнлерәк килеп сыға. Үҙемдең дәрестәремдә был ысулды йышыраҡ ҡулланырға ынтылам. Башта уҡыусыларҙың үҙҙәренең эшсәнлеге һөҙөмтәһендә үҙ аллы ҡағиҙә сығарыуҙарына ирешәм, шунан һуң ғына дәреслектәге ҡағиҙә менән нығытып ҡуябыҙ. Мультимедия сараларын кластан тыш эштәрҙе ойоштороуҙа файҙаланыу уңайлы һәм һөҙөмтәле. Төҫлө графиктар, текст, фото, тауыш һәм аннимация ярҙамында киң мәғлүмәт биреп була. Компьютер ярҙамында уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау ҡулай. Тестар хәҙерге берҙәм дәүләт имтиханы заманында бигерәк тә әһәмиәтле , сөнки уҡыусыларҙы тест эшләү технологияһына, тест һорауҙарына яуап биргәндә аптырап – юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Электрон дәреслектәр ҡулланыу бик уңайлы.Дөрөҫ яуапты белмәгән осраҡта , дискылағы дәреслек аша табыуы еңел, яуаптарҙы тикшерә барырға ла мөмкин. Шулай итеп , башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы , заманса информацион технологиялар,компьютер ҡулланып уҡытыу сифатын күтәрергә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерергә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға ынтылам.
      Башҡорт теле уҡытыусыһы башҡа фәндәр уҡытыусыларынан туған телен, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын ихтирам иткән милли рухлы шәхес тәрбиәләүе менән айырылып тора,шуға ла ул заман менән бергә атларға, хатта алдараҡ та барырға тейеш. Туған тел, милләт, ил яҙмышы кеүек мөһим мәсьәләләр уның шәхесенә, ижади эшләй алыуына туранан-тура бәйләнгәнлектән, башҡорт теле уҡытыусыһы алдан күрә белеүсе,юл ярыусы,әйҙәүсе шәхес булырға тейеш. Мин үҙем дә замандан артҡа ҡалмаҫҡа, уның менән бергә атларға тырышам.
          Үҙемдең эшемдә системаға әүерелгән уҡытыу алымдарым түбәндәгеләр:
- фонетик күнегеүҙәр ярҙамында һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен булдырыу 
- диалогтар төҙөү, уларҙы төҙөүҙә төрлө ситуацияларҙы файҙаланыу
- текст тәржемә итеү 
- әкиәт, шиғырҙар яҙҙырыу 
- уҡыу тиҙлеген үҫтереү өсөн һәр дәрестә бышылдап уҡыу 
- әҙәбиәт, тел түңәрәктәре ойоштороу 
- дәрес-экскурсиялар ойоштороу
           Ошо принциптарға таянып төрлө ысул, алымдар, технологиялар ярҙамында мин киләсәктә алдыма ҡуйылған бурыстарға ирешә алырмын, тип уйлайым.Киләсәктә уҡыусыларымды тәрбиәле, донъяға ҡараштары формалашҡан, төплө белемле, тормошта үҙ урындарын таба алырҙай шәхес итеп күҙ алдына килтерәм.
 
Минең уҡытыу системам һуңғы йылдарҙа 3 йүнәлештә бара:
 
1. Электрон белем биреү технологияһын ҡулланып эш итеү (электрон дәреслектәр, электрон һүҙлектәр, интерактив тестар ҡулланыу)
 
Электрон дәреслектәр  бик күп эш төрөн йыйған техник әсбап. Икенсе линия буйынса уҡыусыларға  Усманова –Ғәбитованың  электрон дәреслектәрен  урта звенола мөмкинселек булғанда ҡулланам. Бында  дәрес темаһына тура килтереп төрлө видеоматериалдар, һүҙлектәр,интерактив  тестар, һүрәттәр табып була. Ә Сиражетдиновтың башҡорт әҙәбиәте  буйынса  электрон дәреслектәре нәҡ беҙҙең линияға тура килә. Бында видео-фоно-яҙмалар, яҙыусыларҙың биографияһы,төрлө әҫәрҙәре йыйынтығы, авторҙар үҙҙәре башҡарыуында шиғырҙар тупланған.

2. ИКТ технологиялар ҡулланыу ( был эш төрө  төрлө презентациялар, проектар төҙөү үҙ эсенә ала)

Презентация уҡыусыларҙың танып белеү һәм  ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү өсөн бик уңайлы эш төрө тип таптым.  Мин дәрестә сайтымда үткәрелгән "Башҡортостан мөғжизәләре” тигән презентация бәйгеләре үткәрәм.

Проектар төҙөү шулай уҡ уҡыусыны  ижади яҡтан үҫтерә, ул үҙ фекерендә торорға, үҙ алдына ҡуйған маҡсатына  ирешергә өйрәтә. Һәм иң мөһиме, был эш төрө уҡыусыларҙың  телмәрҙәрен үҫтерә. Бының өсөн мин "Борайымдың 7 мөғжизәһе” темаһы аҫтында проектар бәйгеһе үткәрә башланым.

 

3. Дистанцион белем биреү технологияһы ҡулланыу (төрлө сайттарға мөрөжәғәт итеү, дистанцион бәйгеләр, дистанцион аҙналыҡтар үткәреү)

Һуңғы йылдарҙа үҙемдең көндәлек эшемдә интернет селтәре мөмкинселектәрен киңерәк ҡуллана башланым. Икенсе йыл шәхси сайтым эшләп килә. Ул ЮКОС хостингыһында эшләнгән һәм интернет селтәрендә индексацияланған. Беҙ, бер төркөм уҡытыусылар,  "Уҡытыу процесында электрон белем биреү алымдарын ҡулланыу” тип аталған ижади төркөмдә шөғөлләнәбеҙ. Сайт күп кенә бүлектәрҙән тора, күбеһенсә һәләтле уҡыусылырға өҫтәмә эш  биреүҙә ҡулланам. 

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогик университеты тарафынан ойошторолған дистанцион олимпиаданың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаһында икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Быйыл  минең 4 уҡыусы ҡатнашты, шуларҙың 3-ө беренсе турҙан үтте.

Каникулдарҙа төрлө дистанцион викториналар  ойошторам. Ул "Тынғыһыҙ каникулдар" тип атала.

 

 

                                                                             ЭССЕ

         Бөтә нимә лә Мөхәббәттән башлана. Йәшәү ҙә Мөхәббәттән башлана, беренсе аҙымдар ҙа, донъяға беренсе аңлы ҡараш – бөтәһе лә һөйөү һәм һөйөлөү хисенә бәйле. Был хис кеше әсә ҡарынында ятҡанда уҡ барлыҡҡа килә лә, ғүмере буйы алдағы юлын яҡтыртып тора.
          Шулай булырға тейеш.
        Үҙемдең бала сағымды иҫемә төшөрәм… Минеңсә, мин бик бәхетле бала булғанмын, сөнки мөхәббәткә төрөнөп үҫкәнмен. Кескәй саҡтан уҡ атай-әсәй яратыуын татығанмын. Минең ҡырымда гел өләсәй булған.Ул бөтә иғтибарын, бөтә йән йылыһын, мөхәббәтен миңә биреп йәшәгән.Шуға ла мин донъяны яҡты, нурлы итеп тоя беләмен. Мине нисек өләсәйем яратып һөйә ине - мин дә ҡурсаҡтарымды шулай һөйҙөм, ниндәй йырҙар йырлай ине – мин дә уларҙы ҡурсаҡтарыма йырлай инем.Тора бара хәрефтәр менән таныштыҡ, ҡурсаҡтарым менән бергәләп һанарға, дөрөҫ һөйләшергә өйрәндек…
         Һәр кешенең был донъяла үҙенең юлы бар тиҙәр.Мин ошо үҙемдең юлға тәпәй киткәс тә баҫҡанмын.Шулай итеп, һиҙмәҫтән, кескәйҙән үк уҡытыусы апай булып үҫкәнмен. Балалар баҡсаһына барғас та, үҙем йәштәгеләр араһында урын булмағанлыҡтан, яслегә йөрөнөм.Унда инде минең йәнһеҙ ҡурсаҡтар ғына түгел, йәнле, ысын ҡурсаҡтарым барлыҡҡа килде. 1-2 йәш ара булғанлыҡтан, мин үҙемде бик оло, бик уҡымышлы итеп тоя инем. Тәрбиәсе апайҙар мине үҙҙәренә ярҙамсы итеп алғас, мин тағы ла "үҫеп” киттем. Йылаған кескәйҙәрҙе йыуаттым, шиғырҙар ятлаттым. Мәктәпкә барғас та өлгәшмәгән малайҙарҙы минең янға ултырталар ине.Үҙем тиҙ генә эшләп алам да, уларға булышам. Шул ваҡыттан уҡыуҙа етешмәгән малайҙарға әллә ниндәй йылылыҡ, уларҙың белемен үҫтереү теләген тоям.
         Шул ясле лә, мәктәп эҫкәмйәһе лә күңелемдә мәңге юйылмаҫлыҡ яҡты миҙгелдәр менән тулы хәтирәләр булып ҡалды. Үҙем уҡытыусы булғас ҡына аңланым: миңең юлымда гел матур күңелле, яҡты уйлы,бала йәнле кешеләр эләгеп торған. Шуға ла уҡырға теләгем, уларҙың миңә ҡарата ышанысын аҡлауға ынтылышым булған.
         Ошоларҙы бөтәһен дә уйлап,күп тапҡыр һәр тәрбиәсенең, уҡытыусының образын күҙаллап, мин үҙемә "яҡшы уҡытыусыобразы төҙөнөм:
 - Өҫ-кейеме пөхтә,зауыҡ менән һайланған.
 - Һәр дәресенең материалын бөтә нескәлектәренә тиклем белә
- Уҡытҡан предметын ярата һәм яраттыра белә
- Уҡыусылар менән уртаҡ тел таба ала
- Үҙеңең белем үренән балаларҙың кимәленә төшөп, улар менән бергәләп белем үрҙәренә ҡабат менеүҙән ҡурҡмай
Һәм,минеңсә иң мөһиме:
 - һәр уҡыусыны ярата.
        Уҡыусыларыбыҙ белемле, үҙ фекере, юғары маҡсаты булған шәхес булып үҫһен тиһәң, һәр балала айырым шәхесте күрә белергә, уҡыусының белем алыуға әҙләнеүҙәр аша килеүен тәъмин итергә, балаға үҙ – үҙенә , үҙ көсөнә ышаныс тәрбиәләргә, белем биреүгә традицион булмаған юлдарын табыу ғына түгел, һәр береһенән үҙеңде яраттыра белергә лә кәрәк. Бала һинең уға ҡарата "һалҡын” ҡарашыңды һиҙеп ҡалһа, уның һинең предметыңа ла шундый уҡ ҡараш менән ҡараясаҡ. Ә был һөйләгән һүҙҙәреңде,биргән өгөт-нәсихәттәреңде йөрәге аша үткәреп, аңлап, кисереп, дөрөҫ нәтижәләр яһарға тотҡарлыҡ булып торасаҡ.
Был минең кредо.
        Тел белеү - оло байлыҡ, хазина ул. Шул хазинаны тапҡан кеше бәхетен дә таба. Балаларҙан үҙ ғүмеренең, яҡындарының, дуҫтарының ҡәҙерен белергә, тәбиғәтте , тирә-яҡ мөхитте, тыуған яҡты яраттырырға – былар бөтәһе лә тел һәм әҙәбиәт дәрестәре аша эшләп була.  Шуның өсөн был дәрестәр балаларҙың күҙҡарашын дөрөҫ формалаштырыуҙа,уларҙы тәрбиәләүҙә бик мөһим роль уйнай. Минең уҡыусылар тормошто яратһындар ,төрлө һынауҙарға  ныҡ торһондар,үҙҙәренең һәләттәрен йәшереп ҡалмаһындар, күҙҙәренән гел нур сәсеп торһон тип тырышам. Үҙҙәренең шатлыҡтары менән бүлешергә гел яндарында дуҫтары булһын. Һәр яңылыҡты, матурлыҡты күрергә ынтылһындар. Ә бала-сағаны нимә эретә ? Әлбиттә , уҡытыусының урынлы әйтелгән йылы һүҙе. Бер ҙә юҡҡа әйтмәйҙәр бит "…есть чудеса: улыбка, прощение и вовремя сказанное нужное слово.Владеть этим - значит владеть всем”. Шул өс моғжиза бөтәһе бергә "мөхәббәт " тип аталмаймы һуң? Тимәк, уҡыусыларҙы ярата белһәң, үҙеңде лә, предметыңды ла яраттыра алаһың. Бөтә нимә лә Мөхәббәттән башлана.
        Күпме мөхәббәт,
        Күҙҙәрҙә күпме ут кәрәк
        Тыңлаһындар өсөн,
        Ышанһындар өсөн,
        Аңлаһындар өсөн…
 
 
 
Погода в Бураево
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 200
Друзья сайта
  • Мәктәп сайты
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0
    Поиск

    Copyright MyCorp © 2024
    Бесплатный конструктор сайтов - uCoz